Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
6 Сентябрь , 20:30

Был проблема халыҡты ныҡ борсой

Дәүләт циркы һәм Ғафури паркы янында емереп ташланған “А-Кафе” урынындағы майҙанда 25-әр ҡатлы ике йорт төҙөлөрмө?

Был проблема халыҡты ныҡ борсой
Был проблема халыҡты ныҡ борсой

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Өфөләрҙе борсоған проблема күтәрелде. Уның тураһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская әйтте. Баҡһаң, һуңғы арала “Инцидент-менеджмент” системаһы Дәүләт циркы һәм Ғафури паркы янында емереп ташланған “А-Кафе” урынындағы майҙанда ике 25-әр ҡатлы йорт төҙөүгә бәйле мөрәжәғәттәр теркәгән.

Төҙөлөш ваҡытын оҙайтыу менән хәл ителгән һуңғы рөхсәтте төҙөлөш секторы өсөн яуаплы Өфө вице-мэры Радмил Мөслимов биргән. Ул 2022 йылдың ғинуарында вазифаһынан бушатылған ине.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты “А-Кафе” урынында төҙөлөш эштәре башланыуға бәйле уның исеменә ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуймау тураһында иҫкәртеү сығарған. Ул, был йорттарҙы төҙөүгә рөхсәт бирелгәндә бик күп ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланған, тип билдәләне.

Беренсеһе – участканы файҙаланыу төрөн үҙгәртеү асыҡ тыңлауҙарһыҙ һәм ҡала менән килешмәйенсә үткән. Икенсеһе – төҙөүсегә 60 сутый өҫтәмә участка бирелгән. Шулай уҡ төҙөргә планлаштырылған күп ҡатлы йорттарҙың ҡыҙыл линияһына Дәүләт циркы биләмәһен һаҡлау зонаһы кәметелгән. Бөгөн Өфө мэрияһы бер нисә суд бәхәсе күтәргән, бәхәс арбитраж судында ҡарала.

“Муниципалитет башлыҡтары ҡала төҙөлөшө советтарының береһендә күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөүгә рөхсәт биреү хоҡуғын төбәк Хөкүмәте кимәленә тапшырырға тәҡдим итеүемә ҡаршы булды, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. – Был осраҡта беҙ бында барған процестарҙы асыҡ аңлар һәм иғтибар менән ҡарар инек. Һөҙөмтәлә шундай хәл килеп тыуҙы: чиновник эшҡыуарға рөхсәт биргән дә, аҙаҡ эштән киткән, ә төҙөүсе рәсми рөхсәт документын алған. Был тәүҙән үк дөрөҫ түгел ине”.

Республика Башлығы Ратмир Мәүлиевкә төҙөлөш рөхсәте биреүҙә тәртип урынлаштырырға һәм “А-Кафе” урынында проблемалы төҙөлөш мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡларға һәм, әгәр улар булһа, уларҙы судта иҫбатларға кәрәк. Халыҡ менән эшләргә, уларға хәлде аңлатырға кәрәк, сөнки өлөшләтә төҙөлөштөң проблемалы объекттары категорияһына күсә алған йорттарҙың алты өлөшсөһө барлыҡҡа килгән дә инде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа республиканың Төҙөлөш министрлығы менән берлектә Радий Хәбиров төҙөлөшкә рөхсәт биреү хоҡуғын муниципалитеттар кимәленән республика Хөкүмәте кимәленә тапшырыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Был осраҡта барлыҡ ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн яуаплылыҡты Хөкүмәт тотасаҡ.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в