Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
7 Сентябрь , 08:15

Йәнә төҙөкләндереү мәсьәләһе алда

Халыҡ мөрәжәғәт иткән көнүҙәк темалар иҫәбендә – төҙөкләндереү (782 хәбәр), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (679), юлдар (678), мәғариф (458), йәмәғәт транспорты (323)

Йәнә төҙөкләндереү мәсьәләһе алда
Йәнә төҙөкләндереү мәсьәләһе алда

2022 йылдың 29 авгусынан 4 сентябренә тиклем республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары “Инцидент менеджмент” һәм кире бәйләнеш платформаһы 4 539 мөрәжәғәт теркәгән – был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 102-гә күберәк. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте.

Халыҡ мөрәжәғәт иткән көнүҙәк темалар иҫәбендә – төҙөкләндереү (782 хәбәр), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (679), юлдар (678), мәғариф (458), йәмәғәт транспорты (323).

Кешеләрҙе төҙөкләндереү өлкәһендә биләмәләрҙе таҙартыу, йәшел үҫентеләрҙе тейешенсә ҡарамау, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарының торошо, ағастарҙы ҡырҡыу борсой. Сапылмаған үлән арҡаһында ла байтаҡ мөрәжәғәттәр алынған.

– Өфөнөң Революция урамында гранит бордюр ҡуйылғанын күрәм. Ә йәнәштә үлән саба алмайбыҙ. Ә бит, баш ҡалабыҙ барыһына ла өлгө күрһәтергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, 29 августан 4 сентябргә тиклем Башҡортостандың Үҙәк район дауаханаһы министрлыҡтар, ведомстволар һәм муниципалитеттар менән берлектә 4 415 осраҡты хәл иткән. Был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 1 490-ға күберәк. Атап әйткәндә, һөҙөмтәле эш алып барыу һөҙөмтәһендә Ҡалтасы районындағы мәктәпте йүнәткәндәр, Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө һәм республиканың башҡа тораҡ пункттарындағы юлдарға асфальт түшәгәндәр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайта. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в