Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
12 Сентябрь , 22:15

Халыҡты нимә борсой?

Көҙ етеү менән ҡыйыҡ ябылыуға бәйле проблемалар ҙа килеп сыҡты. Халыҡ йорт ҡыйыҡтарын ремонтлауҙы һорай.

Халыҡты нимә борсой?
Халыҡты нимә борсой?

2022 йылдың 5 сентябренән алып 11-нә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары – “Инцидент-менеджмент” һәм кире бәйләнеш платформаһы – 3 985 мөрәжәғәт теркәгән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 554-кә аҙыраҡ.

Биш төп тема:

  1. Юлдар - 725 (+47).
  2. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ - 694 (+15).
  3. Төҙөкләндереү - 586 (-196).
  4. Йәмәғәт транспорты - 395 (+72).
  5. Һаулыҡ һаҡлау/медицина - 342 (+21).

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы буйынса мөрәжәғәттәр күп. Көҙ етеү менән ҡыйыҡ ябылыуға бәйле проблемалар ҙа асыҡланды. Халыҡ йорт ҡыйыҡтарын ремонтлауҙы һорай. Бындай хәбәр Өфөнөң Менделеев урамындағы 199-сы, Стәрлетамаҡтың Октябрь проспектындағы 19-сы йортта йәшәүселәрҙән килгән.

Бер аҙнала иң ҙур үҫеш – йәмәғәт транспорты эшенә ҡағылышлы һорауҙарҙа. Тема көнүҙәк – кешеләр маршруттар һанын арттырыуҙы, мәктәп автобустары эшенә иғтибар итеүҙе һорай.

5 сентябрҙән 11-нә тиклем Өфө (314), Иглин районы (44), Нефтекама (28), Бөрө районы (25), Салауат (22) ҡалаһы халҡы йышыраҡ үҙ проблемалары хаҡында белдергән.

Министрлыҡтарҙан, ведомстволарҙан һәм муниципалитеттарҙан коллегалар менән бергә Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре 5-нән 11 сентябргә тиклем 4 101 мөрәжәғәтте ҡабул иткән. Шуларҙан – юлдар буйынса 800 мөрәжәғәт, 650 – төҙөкләндереү буйынса, 656 – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса, 350 – мәғариф буйынса, 300 – һаулыҡ һаҡлау буйынса.

Артабан да эшләүҙе дауам итәбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в