Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
19 Сентябрь , 20:45

"Ҡасан йылы бирәһегеҙ?"

Халыҡты тағы ниндәй проблемалар борсой?

"Ҡасан йылы бирәһегеҙ?"
"Ҡасан йылы бирәһегеҙ?"

2022 йылдың 12 сентябренән 18-енә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары – “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” кире бәйләнеш платформаһы халыҡтың 4 028 мөрәжәғәтен теркәгән - алдағы аҙнаға ҡарағанда 43-кә күберәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Үткән аҙнала халыҡ мөрәжәғәт иткән биш көнүҙәк тема – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар, төҙөкләндереү, социаль яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау. Кешеләрҙе айырыуса социаль объекттарға, күп фатирлы йорттарға йылылыҡ биреү мәсьәләһе борсой. Шулай уҡ Республикаға идара итеү системалары эҫе һыуҙы һүндереү буйынса мөрәжәғәттәрҙе, идара итеүсе компанияларҙың эшен, авария хәлен теркәгән. 2022 йылдың 12 сентябренән 18-енә тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләһенә бөтәһе 695 хәбәр килгән.

Бер аҙнала иң ҙур үҫеш – социаль яҡлау темаһына яҙылған хәбәрҙәрҙә. 3-тән 7 йәшкәсә һәм 8-17 йәшлек балаларға түләү тәғәйенләү тураһында мөрәжәғәттәр 84-кә артҡан (былтыр - 262). Төп сәбәп – пособиеларҙы киләһе осорға ҡайтанан рәсмиләштереү кәрәклеге.

Елена Прочаковская шулай уҡ Өфөнөң Киров районында йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәренә иғтибар итте, уларҙы Кузнецов затонындағы яңы урау юлда туҡталыш павильондарының булмауы борсой. Башҡортостан Башлығы ҡала хакимиәтенә был мәсьәләне оператив өйрәнергә ҡушты.

– Өфөләге Пугачёв урамы буйынса хәрәкәтте 2024 йылда асабыҙ. Был ваҡытҡа халыҡты нормаль инфраструктура менән тәьмин итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

12-18 сентябрҙә Республикаға идара итеү үҙәге төбәк министрлыҡтары, ведомстволары, муниципалитеттары менән берлектә бөтәһе 4 179 осраҡты яйға һалған – уҙған аҙна менән сағыштырғанда 78-гә күберәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в