Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Октябрь , 14:30

Халыҡты үткән аҙнала нимә борсоған?

Әлбиттә, өлөшләтә мобилизация. Шулай уҡ... 

Халыҡты үткән аҙнала нимә борсоған?
Халыҡты үткән аҙнала нимә борсоған?

Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне. Аңлашылып тора, үткән аҙнаның иң ҡыҙыу темаһы өлөшләтә мобилизация булған.

Республикаға идара итеү үҙәгенә был темаға бөтәһе 3409 мөрәжәғәт килгән. Үткән аҙнала – 724.

Саҡырылған яугирҙәрҙең яҡындары йышыраҡ экипировка, мобилизацияға эләккән граждандарҙың категорияһы, эш урындарын һаҡлап ҡалыу, ипотека һәм кредит льготалары, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыу тәртибе менән ҡыҙыҡһынған.

– Һорауҙарҙың күпселегенә яуап бирелә. Ә бына әлегә федераль кимәлдә хәл ителмәгән мәсьәләләр ваҡытлыса яуапһыҙ ҡалып тора. Мәҫәлән, мобилизацияланғандарға мөлкәт һалымын нисек түләргә? Бының буйынса федераль үҙәк ҡарарын көтәбеҙ. Шулай уҡ ординатура һәм аспирантура буйынса ла һорауҙарға яуаптар әҙер түгел, – тине Елена Прочаковская.

Уның белдереүенсә, һорауҙарҙың күпселеге ошо темаға арналһа ла, кешеләрҙе башҡа көнкүреш темалары ла борсоған. Мәҫәлән, коронавирус, прививка һалдырыу, төҙөкләндереү, йорттарға йылы биреү кеүек мәсьәләләр күтәрелгән.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в