

2022 йылдың 3 октябренән 9-ына тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары – “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Күмәкләп хәл итәбеҙ”ҙә 4 858 мөрәжәғәт теркәлгән. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.
Социаль селтәрҙә мөрәжәғәттәр буйынса беренсе урынға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы сыҡты. Йылытыу мәсьәләләре буйынса 1 586 хәбәр килгән. Республика Башлығы Республикаға идара итеү үҙәгенә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән берлектә Башҡортостан юлдаш телеканалында йылытыу темаһы буйынса брифинг уҙғарырға һәм халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирергә ҡушты.
– Бөтә нескәлектәрҙе аңлатығыҙ. Был артыҡ булмаясаҡ. Кешеләрҙең һорауҙары бар икән, уларға яуап бирергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәттәр буйынса икенсе урында – өлөшләтә мобилизация темаһы. Уның буйынса 1 044 хәбәр теркәлгән. Һорауҙар өс тапҡырға тиерлек кәмегән. Халыҡты элеккесә экипировка менән тәьмин итеү (470), мобилизация ваҡытында хеҙмәт мәшғүллеге (254) борсой. Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә ебәрелгән бөтә мөрәжәғәттәр ҙә контролдә тотола, уларҙы республика хәрби комиссариаты һәм муниципалитеттары менән берлектә өйрәнәләр.
Үткән аҙнала республика халҡы социаль селтәрҙәрҙә төҙөкләндереү (407), социаль хеҙмәтләндереү (403), юлдар (399), һаулыҡ һаҡлау (293), йәмәғәт транспорты (171) һәм башҡа темаларға һорауҙар бирҙе.
3 октябрҙән 9-на тиклем Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге республика министрлыҡтары, ведомстволары һәм муниципалитеттарындағы коллегалары менән бергә 5 939 хәбәрҙе эшкәрткән.
Елена Прочаковская шулай уҡ һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙә раҫланмаған факттарҙың, ялған мәғлүмәттең артыуын билдәләне. Республика халҡына уңайлы булһын өсөн Республикаға идара итеү үҙәге республиканың беренсе кешеләренең, министрҙарҙың, министрлыҡтарҙың, район һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының верификацияланған сәхифәләрен йыйып баҫтырып сығарған – улар махсус тамға менән билдәләнгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.