Инцидент
11 Октябрь 2022, 18:15

Был тармаҡта ла хеҙмәттәшлек буласаҡ

Радий Хәбиров менән Денис Пушилин Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.

Был тармаҡта ла хеҙмәттәшлек буласаҡБыл тармаҡта ла хеҙмәттәшлек буласаҡ
Был тармаҡта ла хеҙмәттәшлек буласаҡ

11 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ЦУР-ҙың структураһы һәм эше тураһында һөйләне. Унда өс блок – социаль коммуникациялар, иҡтисади аналитика, шулай уҡ мәғлүмәт блогы бар.

Республикаға идара итеү үҙәгендә “Инцидент менеджмент” һәм “Кире бәйләнеш платформаһы” мәғлүмәт системалары эшләй. Улар ярҙамында социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре теркәлә. Һәр береһен эшкәртеү ваҡыты – ике сәғәт. Үҙәктә Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы һәм төбәктең профилле министрлыҡтары әҙерләгән 73 мәғлүмәт панеле (дашбордтар) берләштерелгән.

Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы власть менән халыҡ араһында Рәсәйҙе үҫтереү өсөн кәрәкле бәйләнеште тәьмин итеүсе үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эшен юғары баһаланы.

– Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре булараҡ, беҙҙең бурыс – кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итеү, уларҙың көнкүрешен яҡшыртыу, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Төбәк менән идара итеү үҙәге халыҡтың мөрәжәғәттәренә тиҙ арала яуап бирергә мөмкинлек аса, – тине Денис Пушилин.

Башҡортостан Башлығы республиканың дәүләт идаралығы өлкәһенә мәғлүмәт системаларын индереүҙең иң яҡшы тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер булыуын әйтте.

– Беҙҙең төбәк өсөн халыҡ менән эшләү үтә мөһим. Кире бәйләнеш процестарын көйләүҙә Донецк, Луганск халыҡ республикаларына ла мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Барыһын да һеҙгә тапшырабыҙ. Халыҡты ишетергә кәрәк, был – төп бурыстарыбыҙҙың береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас