Инцидент
31 Октябрь 2022, 15:45

Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ

Тура бәйләнеш йомғаҡтары - һандарҙа.

Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡБер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ
Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская Радий Хәбировтың тура бәйләнеш йомғаҡтары менән таныштырҙы. Сара үткән аҙнала Республикаға идара итеү үҙәгендә үтте.

Тура эфир барышында ике телекүпер ойошторолдо, 16 видеоһорау яңғыраны, уларҙы кешеләр алдан яҙҙырҙылар, шулай уҡ залдан - 40 һәм социаль селтәрҙән 41 һорау. Бөтәһе 146 видеоһорау, 3 345 мөрәжәғәт килгән, шул иҫәптән 2 395-е – тура бәйләнеш ваҡытында.

Видеоһорауҙар иҫәбендә – Кушнаренко районында Топорниндар усадьбаһын төҙөкләндереү, Сибай - Аҡъяр юлын ремонтлау, Көйөргәҙе районында Яңы Ямаш һәм Яңы Отрада ауылдарына газ үткәреү.

Республика Ситуация үҙәге аша Башҡортостан Башлығының тура линияһына 116 шылтыратыу булған. Төп темалар – һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мобилизация, транспорт.

Радий Хәбиров министрлыҡтарға, ведомстволарға һәм муниципалитеттарға килгән мөрәжәғәттәрҙе өйрәнергә ҡушты.

– Барлыҡ һорауҙарҙы контролгә алабыҙ. Шуларҙың ҡайһы берҙәре буйынса тейешле йөкләмәләр бирҙем дә инде, – тип билдәләне Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.

24 октябрҙән 30-на тиклем Башҡортостандың Республикаға идара итеү системалары – “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ”гә 8 456 мөрәжәғәт килгән. Был алдағы аҙна менән сағыштырғанда 3 845-кә күберәк. Төп темалар иҫәбендә – юлдар (1 422), мобилизация (1 048), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (938), төҙөкләндереү (793) һәм социаль хеҙмәтләндереү (726).

Бер аҙна эсендә Республикаға идара итеү үҙәге министрлыҡ, ведомстволар һәм муниципалитеттарҙағы коллегалары менән берлектә 4 830 мөрәжәғәтте эшкәрткән – үткән аҙна менән сағыштырғанда 405-кә күберәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас