

2022 йылдың 31 октябренән 6 ноябренә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Күмәкләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системаларына 5 120 хәбәр килгән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 3 336 мөрәжәғәткә аҙыраҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәрҙе.
Юлдар темаһы буйынса хәбәрҙәр (913 мөрәжәғәт) беренсе урында ҡала. Һорауҙарҙың күпселеге юл өҙөклөгөнә һәм миҙгел араһындағы мәсьәләгә ҡағыла.
Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы (621 мөрәжәғәт). Башҡортостан халҡының төҙөкләндереү (578), һаулыҡ һаҡлау (522), мобилизация (487) буйынса һорауҙары ла байтаҡ.
Үткән аҙнала Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге ҡала һәм район хакимиәттәренән, министрлыҡ, ведомстволарҙан коллегалары менән бергә 5 863 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 31 октябрҙән 6 ноябргә тиклем өлөшләтә мобилизация темаһы буйынса һорауҙар кәмегән. Республиканың Хәл-торош үҙәгенә килгән шылтыратыуҙар ҙа аҙайған.
Бынан тыш, оператив кәңәшмәлә мобилизацияланғандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары буйынса чат-бот менән таныштырҙылар. Уны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге әҙерләгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.