Инцидент
14 Ноябрь 2022, 15:30

Юлдар, һаулыҡ һаҡлау, мобилизация...

Республика халҡын тағы ниндәй темалар борсой?

Юлдар, һаулыҡ һаҡлау, мобилизация...Юлдар, һаулыҡ һаҡлау, мобилизация...
Юлдар, һаулыҡ һаҡлау, мобилизация...

Башҡортостан халҡы 7 ноябрҙән 13-өнә тиклем социаль селтәрҙәрҙә йышыраҡ юлдар темаһы буйынса мөрәжәғәт иткән.

Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Күмәкләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системалары 7-13 ноябрҙә республикала йәшәүселәрҙең 4 591 мөрәжәғәтен теркәгән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 529-ға аҙыраҡ – ул саҡта 5 120 булғайны.

Һан буйынса беренсе урында, элеккесә, юлдар темаһына мөрәжәғәттәр, улар - 780. Һорауҙарҙың күпселеге миҙгел араһында юлдарҙың торошона бәйле.

Был хаҡта бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте.

Социаль селтәрҙә мөрәжәғәттәр буйынса икенсе урында – һаулыҡ һаҡлау. Был темаға 568 хәбәр теркәлгән (уҙған аҙнаға ҡарағанда 46-ға күберәк). Төҙөкләндереү (562), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (523) һәм социаль хеҙмәтләндереү (436) буйынса мөрәжәғәттәр ҙә – тәүге бишәү иҫәбендә.

Үткән аҙнала Республикаға идара итеү үҙәгенә ҡала һәм район хакимиәттәренән, министрлыҡ-ведомстволарҙан 6 223 мөрәжәғәт ебәрелгән. Был уҙған аҙнаға ҡарағанда 360-ҡа күберәк.

Махсус хәрби операция һәм мобилизация темалары буйынса мөрәжәғәттәр кәмегән, ә коронавирус буйынса артҡан.

https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot тип аталған бот ғәмәлдә, ул мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларына арналған.

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге доклады йомғаҡтары буйынса, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кире бәйләнеш буйынса эште дауам итергә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн ғариза яҙған, ләкин йәш йәки һаулыҡ торошо буйынса кәрәкле категорияға үтмәгәндәр менән үҙ-ара эш итеү алгоритмын уйларға ҡушты.

Фото: sobkor02.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас