Инцидент
29 Ноября 2022, 12:50

Кешеләр табипҡа яҙыла алмаған...

Республика халҡын үткән аҙнала тағы ниндәй темалар борсоған? 

Кешеләр табипҡа яҙыла алмаған...Кешеләр табипҡа яҙыла алмаған...
Кешеләр табипҡа яҙыла алмаған...

2022 йылдың 21 ноябренән 27-һенә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына – “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Күмәкләп хәл итәбеҙ” 5 515 хәбәр килгән – уҙған аҙнаға ҡарағанда 333-кә күберәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәрҙе.

Беренсе урында – юлдар буйлап хәбәрҙәр (1 316). Улар уҙған аҙна менән сағыштырғанда 333-кә артҡан. Икенсе урында – төҙөкләндереү темаһы (662 хәбәр). Өсөнсөлә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре (497). Шулай уҡ мөрәжәғәттәр һаны буйынса тәүге бишәү иҫәбендә – һаулыҡ һаҡлау (492) һәм социаль хеҙмәтләндереү (404) темалары.

Бер аҙна эсендә Башҡортостан Ситуация үҙәге операторҙары 122 (өҫтәмә 1) һәм (347) 218-19-19 телефондары буйынса төрлө һорауҙар буйынса 22 058 шылтыратыу ҡабул иткән. Иң күбе (9 176) 21 ноябрҙә теркәлгән, нигеҙҙә, кешеләрҙе табипҡа яҙылыу мәсьәләһе борсоған.

Үткән аҙнала Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге ҡала һәм район хакимиәттәренән, министрлыҡтарҙан һәм ведомстволарҙан коллегалары менән бергә 5 885 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Күпселеге – юлдар (1 396), төҙөкләндереү (714), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (638), һаулыҡ һаҡлау (535) буйынса. Өйрәнелгән мөрәжәғәттәрҙең иң күбе – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала һәм Өфө районында.

Доклад йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына юлдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу темаһын контролдә тоторға ҡушты.

– Йыл һайын беҙ техника һатып алдыҡ. Эште тейешенсә ойоштороғоҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас