Үткән аҙнала Башҡортостан кешеләрен иң нығы ниндәй проблемалар борсоған? Быны Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһы – “Инцидент-менеджмент”ҡа килгән мөрәжәғәттәр аша белергә була. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, кешеләр башлыса электр менән тәьмин итеү һәм йылы биреү сифаты менән ҡәнәғәт түгел. Системаға йорттарҙа ут булмау тураһында 195 ялыу һәм йылы биреү буйынса 118 мөрәжәғәт килгән. Елена Прочаковская белдереүенсә, был мәсьәләләр контролгә алынған һәм тиҙ арала хәл ителә.
– Бөгөн иртән Премьер-министр Андрей Назаров кәңәшмә үткәрҙе, унда был проблеманың сәбәбен ентекле ҡараныҡ. Был электр селтәрҙәрен тәртиптә тотоу сифатына бәйле, ҡушылған йөкләмәләр бирелгән, протоколға индерелгән. Башлыса өҙөклөктәр Өфө, Иглин райондарына һәм Өфө ҡалаһының Нуғай ауылына ҡағыла. Бынан бик күп мөрәжәғәттәр килә, – тип билдәләне Елена Прочаковская.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала тағы биш электр станцияһын яңыртырға кәрәк. Уҙған аҙнала төбәктәге иң ҙур йылылыҡ электр станцияһы – Ҡарман ДРЭС-ының 3-сө энергоблокын сафҡа индереү тантанаһы булды. Ул тулыһынса тиерлек илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
– Энергия ҡеүәттәре менән мотлаҡ тәьмин ителәсәкбеҙ. Был йәһәттән ҙур эш башҡарылды һәм тағы ла буласаҡ. Ошо энергия блогына ғына 2,4 миллиард һум һалынған, – тине Радий Хәбиров.
Фото: tgstat.ru