Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
13 Декабрь 2022, 18:30

Республикаға идара итеү үҙәге үҙ эшенә йомғаҡ яһаны

Башҡарылған хеҙмәт һөҙөмтәләре - яҙмала.

Республикаға идара итеү үҙәге үҙ эшенә йомғаҡ яһаны
Республикаға идара итеү үҙәге үҙ эшенә йомғаҡ яһаны

2021-2022 йылдарҙа Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент – менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системалары 514 549 хәбәрҙе теркәгән. Ошо осорҙа район хакимиәттәре, министрлыҡ һәм ведомстволар менән бергә 506 050 мөрәжәғәтте эшкәрткәндәр.

Башҡортостан халҡын ошо ваҡыт эсендә өлөшләтә мобилизация, юлдар, төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау/медицина, йәмәғәт транспорты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сүп-сар сығарыу, мәғариф мәсьәләләре борсоған.

2021-2022 йылдарҙа Республикаға идара итеү үҙәге

- БЮТ-тың “Сәләм” тапшырыуында 343 тура бәйләнеш ойошторған – рус телендә 236 һәм башҡорт телендә 107;

- көнүҙәк темаларға 39 брифинг уҙғарған;

- муниципалитет, министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары менән 21 тура эфир үткәргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдең барлыҡ субъекттарында төбәктәргә идара итеү үҙәктәре булдырылды. Рәсәйҙең төбәк менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлегенә Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко йомғаҡ яһаны. Ул 2021-2022 йылдарҙа меңдән ашыу идара итеү ҡарары ҡабул ителеүен билдәләне. Төбәктәргә идара итеү үҙәктәренә халыҡтың бөтә йүнәлештәр буйынса проблемалы мәсьәләләре ҡабул ителә һәм оператив тикшерелә. Илдәге ошондай 84 үҙәктең эшен “Төбәктәр диалогы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы көйләй.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге төркөмө.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: