2022 йылдың 12 декабренән 18-енә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Күмәкләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системалары социаль селтәрҙә халыҡтың 4 075 мөрәжәғәтен теркәгән - алдағы аҙна менән сағыштырғанда 688-гә аҙыраҡ. Был хаҡта республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы буйынса хәбәрҙәр кәмегән, әммә улар республикала йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәре араһында элеккесә беренсе урында тора. Бер аҙнала уларҙың һаны 78-гә – 687-гә тиклем кәмегән. Икенсе урында – социаль хеҙмәтләндереү темаһы (492). Республика халҡын мобилизацияланғандарға яңы түләүҙәрҙең үҙенсәлектәре, шулай уҡ өс йәштән ете йәшкәсә балаларға социаль пособиелар түләү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Өсөнсө урында – төҙөкләндереү (396).
12-18 декабрҙә республиканың Хәл-торош үҙәге операторҙарына (347) 218-19-19 телефоны буйынса 19 097 тапҡыр шылтыратҡандар. Күбеһе – табипҡа яҙылыу буйынса. Шылтыратыуҙарҙың иң күп булған ваҡыты, әүәлгесә, дүшәмбегә тура килә. 12 декабрҙә үҙәккә 5 842 тапҡыр шылтыраттылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер табипҡа ял көндәрендә лә яҙалар, поликлиникаларҙың эш графигын да үҙгәрттеләр. Был йүнәлештә эштәр дауам итә.
Уҙған аҙнала Башҡортостандың Республикаға идарак итеү үҙәге ҡала һәм район хакимиәттәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар менән берлектә 4 163 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Уларҙың күбеһе – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (664), социаль хеҙмәтләндереү (470), төҙөкләндереү (424), юл хужалығы (407) һәм һаулыҡ һаҡлау (345) темалары буйынса. Күбеһе – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Мәләүез, Өфө һәм Белорет райондарында.
Төбәк етәксеһе Республикаға идара итеү үҙәгенә тиҙ арала ҙур тауыш күтәргән темалар тураһында еткерергә ҡушты.
– Тышта ҡар яуа, боҙлауыҡ, боҙло ямғыр яуыуы көтөлә. Ябай булмаған һауа шарттары. Етди рәүештә һораясаҡмын һәм талап итәсәкмен, – тип һығымта яһаны төбәк Башлығы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.