Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
26 Декабрь 2022, 21:30

Мөрәжәғәттәр бер меңгә артҡан

Эшлекле тәҡдимдәр көтәм, тине Радий Хәбиров.

Мөрәжәғәттәр бер меңгә артҡан
Мөрәжәғәттәр бер меңгә артҡан

2022 йылдың 19-25 декабрендә Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” платформаларында 5 117 мөрәжәғәт теркәлде - бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 1 042-гә күберәк. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Республикаға идара итеү үҙәге статистикаһы буйынса, юлдар буйынса мөрәжәғәттәр артҡан. Улар йәнә беренсе урында (801 хәбәр). Икенселә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы (653), өсөнсөлә – төҙөкләндереү (527).

19 декабрҙән 25-нә тиклем республиканың Хәл-торош үҙәге операторҙарына 17 226 тапҡыр шылтыратҡандар. Иң ҙур эш дүшәмбе 19 декабргә тура килгән (6 894 шылтыратыу). Мөрәжәғәт итеү темалары төрлө, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡҡа уңайлы булһын өсөн поликлиникаларҙа эш графигы үҙгәртеп ойошторолдо, ә табипҡа ҡабул итеүгә ял көндәрендә лә яҙылырға мөмкин.

Үткән аҙнала Республикаға идара итеү үҙәге ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре, министрлыҡтар, ведомстволар менән берлектә райондарҙа 4 772 мөрәжәғәт эшкәрткән. Уларҙың күбеһе – юлдар (662), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (656), төҙөкләндереү (488), социаль хеҙмәтләндереү (471) һәм һаулыҡ һаҡлау (430) темалары буйынса. Иң күп мөрәжәғәттәр Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Өфө, Благовещен райондарында ҡабул ителгән.

Доклад йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Өфө яны ҡасабалары менән транспорт бәйләнешенә ялыуҙарҙың артыуына иғтибар итте. Төбәк Башлығы Башҡортостандың Республикаға идара итеү командаһына хәлде анализларға һәм контролдә тоторға, ә вице-премьер Алан Марзаевҡа, шулай уҡ республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановҡа ошо тораҡ пункттарҙа йәмәғәт транспортының эшенә бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнергә, оптималь ҡарарҙар сығарырға ҡушты.

– Эшлекле тәҡдимдәр көтәм. Проблеманың нимәлә икәнен аңларға һәм уны тамырынан бөтөрөргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: