Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
10 Ғинуар 2023, 13:35

Ялдарҙа ялыуҙар артҡан

“Һалҡындар, ысынлап та, көслө, бөтә рекордтарҙы уҙып киттек. Шуға күрә юлдарҙы даими таҙартығыҙ, ҡаҙанлыҡтар эшләһен һәм йорттарҙа йылы булһын”, – тине Радий Хәбиров.

Ялдарҙа ялыуҙар артҡан
Ялдарҙа ялыуҙар артҡан

31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклемге осорҙа юлдарҙы төҙөк хәлдә тотоуға һәм ҡар таҙартыуға ялыуҙар – 202 процентҡа, төҙөкләндереүгә 357 процентҡа артҡан. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәттәре эшенә ялыуҙар ҙа юлдарға бәйле – машиналар ҡар өйөмдәре арҡаһында ваҡытында килә алмаған.

Яңы йыл каникулы аҙағында ҡаты һыуыҡтар башланды, шуға бәйле көсөргәнештең артыуы арҡаһында электрҙы өҙөүгә һәм йәмәғәт транспорты эшенә ялыуҙар артҡан.

Муниципалитет башлыҡтары байрамдарҙа ла социаль селтәрҙә эш алып барған, проблемаларҙың нисек хәл ителеүен күрһәткән, һауа торошо һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең булыуы тураһында иҫкәрткән, тине Елена Прочаковская.

“Һалҡындар, ысынлап та, көслө, бөтә рекордтарҙы уҙып киттек. Шуға күрә юлдарҙы даими таҙартығыҙ, ҡаҙанлыҡтар эшләһен һәм йорттарҙа йылы булһын”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: "Молодежная газета". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: