Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
16 Ғинуар 2023, 20:30

Ялыуҙар кәмей башлаған

"Халыҡ һалҡында туҡталыштарҙа тормаһын - бындай проблема булған урындарҙы асыҡларға һәм мәсьәләне хәл итергә кәрәк".

Ялыуҙар кәмей башлаған
Ялыуҙар кәмей башлаған

2023 йылдың 9 ғинуарынан 15-енә тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системаларында 6123 мөрәжәғәт теркәлгән. Был хаҡта республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Иң күп комментарийҙар – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы буйынса (1 232). Халыҡты башлыса йылытыу сифаты (309), коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр (98), шулай уҡ электр булмауы (94) борсой.

Электр энергияһын һүндереү мәсьәләләрен айырым анализланылар. Был тема буйынса иң күп мөрәжәғәттәр үткән аҙнала Иглин районынан (66), Өфөнән (36) һәм Өфө районынан (25) килгән.

Радий Хәбиров брифинг ойошторорға һәм халыҡҡа Өфөлә, республика райондарында электр энергияһын өҙөү мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эш барышы тураһында хәбәр итергә ҡушты.

Башҡортостандың Республикаға идара үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, юлдар темаһы буйынса мөрәжәғәттәр кәмегән – 808 хәбәр эшкәртелгән. Был көслө ҡар яуған осорҙоң үтеүе менән аңлатыла, республиканың тораҡ пункттарында юлдарҙы таҙарталар һәм ҡарҙы сығаралар.

9 ғинуарҙан 15-нә тиклем социаль селтәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре һаны буйынса тәүге биш темаға шулай уҡ төҙөкләндереү (796), йәмәғәт транспорты (573), социаль хеҙмәтләндереү (435) ингән.

Халыҡтың мөрәжәғәттәре тураһында доклад йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановҡа тағы бер йөкләмә бирҙе. Республикаға идара итеү үҙәге менән бергә Өфө янындағы ауылдарҙа йәмәғәт транспорты хәрәкәтен ойоштороу өҫтөндә эшләргә һәм ошо мәсьәләне “Транспорт сәғәте” барышында тикшерергә кәрәк.

– Халыҡ һалҡында туҡталыштарҙа тормаһын - бындай проблема булған урындарҙы асыҡларға һәм мәсьәләне хәл итергә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: