Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
31 Ғинуар 2023, 21:00

Халыҡты ниҙәр борсой?

Һаулыҡ һаҡлау, хәрбиҙәргә ярҙам, ҡар таҙартыу...

Халыҡты ниҙәр борсой?
Халыҡты ниҙәр борсой?

Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр тураһында Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һөйләне.

Уның әйтеүенсә, һәр ваҡыттағыса, дүшәмбе көндәрендә Хәл-торош үҙәгенә шылтыратыуҙар бик күп була. Мәҫәлән, 23 ғинуарҙа 6190 мөрәжәғәт теркәлгән.

Төп тема – амбулатор-поликлиника ярҙамы (5969 шылтыратыу). Шуны белегеҙ, табипҡа эш көнөндә генә түгел, ялдарҙа ла яҙылырға мөмкин. Артабан социаль темалар, махсус хәрби операция, дарыуҙар менән тәьмин итеү, ковидҡа тикшерелеү буйынса һорауҙар килә. Шулай уҡ халыҡты мобилизацияланғандарға бәйле мәсьәләләр борсоған.

"Әле мобилизацияланғандар һәм доброволецтар ялға ҡайта башланы, уларҙы дауалауға ҡағылышлы һорауҙар күп. Шулай уҡ яраланып госпиталдә ятҡандарға бәйле мөрәжәғәттәр булды. Беҙ был мәсьәлә буйынса эшләйбеҙ. Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тураһында ла мөрәжәғәттәр бар", – тине Елена Прочаковская.

Баш ҡала халҡы ҡарҙы таҙартыу буйынса һорауҙар биргән. Айырыуса Киров районынан мөрәжәғәттәр күпләп килгән. Иң аҙ ялыуҙар – Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан.

Фото: bash.news

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: