Ҡышын халыҡты иң нығы нәмә борсой? Таҙартылмаған юлдар һәм сығарылмаған ҡар. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская һөйләне. Был мәсьәлә менән иң нығы өфөләр (277 мөрәжәғәт) ҡәнәғәт түгел. Артабан Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Белорет һәм Благовещен райондары килә.
Баш ҡалаға әйләнеп ҡайтҡанда, халыҡҡа иң нығы Киров районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге оҡшамай. Был турала 76 ялыу килгән. Артабан Совет һәм Октябрь райондары килә.
Елена Прочаковская тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итте.
– Барыһына ла ҙур үтенес, тәү сиратта юл киҫелештәрендәге ҡарҙы сығарығыҙ. Йәйәүлеләр йөрөгән урындар, икенсел дәрәжәләге юлдарҙың төп юлға ҡушылған урындары ла мөһим. Сөнки юл күренмәй икән, был хәүефле, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа был мәсьәләне шәхси контроленә алырға ҡушты.
– Иҫкәрмәләргә иғтибар итегеҙ. Әле бының өсөн һәйбәт осор: ныҡ итеп ҡар яумай торған мәл, тиҙ генә ҡарҙы таҙартып өлгөрөр кәрәк, – тине ул.
Фото: ufacity.info