Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
20 Февраль 2023, 19:40

Юлдарҙы таҙартыу темаһы һаман көнүҙәк

Уҙған аҙнала төп өс тема исемлегендә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (605), төҙөкләндереү (482) һәм юлдар (460 мөрәжәғәт).

Юлдарҙы таҙартыу темаһы һаман көнүҙәк
Юлдарҙы таҙартыу темаһы һаман көнүҙәк

2023 йылдың 13 февраленән 19-ына тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системалары 4 301 мөрәжәғәт теркәгән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 302-гә күберәк. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков хәбәр итте.

Уҙған аҙнала төп өс тема исемлегендә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (605), төҙөкләндереү (482) һәм юлдар (460 мөрәжәғәт).

Халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы буйынса иң көнүҙәк һорауҙары йылытыу өсөн түләүгә, идара итеүсе компанияларҙың эшенә, күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоуға ҡағыла.

Башҡортостан халҡын шулай уҡ юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы, ихаталарҙы ҡар һәм боҙҙан таҙартыу мәсьәләһе борсоуы дауам итә. Республика ҡала һәм ауылдарында икенсел урамдарҙы, шулай уҡ муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу дауам итә.

Бынан тыш, уҙған аҙнала Башҡортостандың мәғлүмәт системалары бер аҙ йылы тороуы арҡаһында юлдарҙы (19) һәм күперҙәрҙе (34) ремонтлау буйынса мөрәжәғәттәрҙе теркәгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: