Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
27 Февраль 2023, 14:30

"Көслө ҡар бер көнгә генә килмәне..."

Радий Хәбиров юлдарҙы, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшен көсәйтергә ҡушты

"Көслө ҡар бер көнгә генә килмәне..."
"Көслө ҡар бер көнгә генә килмәне..."

Башҡортостанда үткән аҙна аҙағынан алып буран ҡотора. Бөгөн ул тағы көсәйҙе. Был республика халҡының “Инцидент менеджмент” системаһына мөрәжәғәттәре артыуға килтергән. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, ялыуҙар ике тапҡырға артҡан. Үткән аҙнала юл һәм уны таҙартыу темаһы буйынса 350 мөрәжәғәт булған.

Һөҙөмтәлә ҡарҙан таҙартыу эшенең сифаты буйынса иң күп ялыуҙар Өфөнән килгән (231), икенсе урында – Мәләүез районы (23), өсөнсөлә – Стәрлетамаҡ (21).

Башҡортостандың баш ҡалаһында, ғәҙәттәгесә, йышыраҡ Киров районы халҡы ҡәнәғәт түгел, артабан Октябрь һәм Ленин райондары килә. Дим биҫтәһендә йәшәүселәр бик һирәк мөрәжәғәт иткән.

Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына юлдарҙы һәм йорт яны биләмәләрен таҙартыуҙы көсәйтергә ҡушты.

– Һис шикһеҙ, һауа шарттарына иғтибар итергә кәрәк. Беҙгә циклон килде, шуға күрә ҡар таҙартыу эштәрен көсәйтегеҙ. Үтенеп һорайым – урындағы хакимиәт башлыҡтары менән эште координациялағыҙ, иғтибарлыраҡ булығыҙ. Сөнки, күренеүенсә, көслө ҡар бер көндән генә үтмәҫ, – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Головановаға.

Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡар таҙартыу режимын көсәйтеү тураһында хәбәр итте, әле ҡала урамдарында 305 берәмек коммуналь махсус техника һәм 399 юл эшсеһе эшләй.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: