Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
19 Май 2023, 15:00

35 000 вольтлы ток һуҡҡандан һуң иҫән ҡалған

Был мөғжизә беҙҙең яҡташыбыҙ менән булған. Ә бит 99 процент осраҡта ҡаза күргәндәр вафат була...

35 000 вольтлы ток һуҡҡандан һуң иҫән ҡалған
35 000 вольтлы ток һуҡҡандан һуң иҫән ҡалған

Өфөнән вахтасы ир 35 000 вольтлы ток һуҡҡандан һуң иҫән ҡалған. Евгений Марченко һигеҙ йылдан ашыу альпинист булып эшләй һәм төрлө төбәктәрҙән заказ ала. Һуңғыһы Камчаткала электр бағаналарын коррозияға ҡаршы эшкәртеү була. 24 вышка буялған, 25-һендә ғүмере өҙөлә яҙған.

"Мин таяуҙың уртаһын буяғайным. Һуңғы күргәнем - буялмаған өлөштәр. Башняның ҡабырғаһынан ынтылдым. Төймәгә баҫтым, шунда ток һуҡты, - тигән Марченко.

Бындай хәлдән һуң 99 процент осраҡта тере ҡалып булмай. Евгений иҫән ҡалған. Кәүҙәһенең аҫҡы өлөшөн фалиж һуҡҡан, ток аяҡтары аша сыҡҡан, уларҙы яндырған. Әммә тиҙ арала аяҡҡа баҫа алған.

Өфө табиптары ирҙең ҡулын ҡотҡарған. Хәҙер элекке альпинист оҙайлы реабилитация үтә. Операция Һәм реабилитация Евгенийға ҙур суммаға төшә.

Шул уҡ ваҡытта Һамар өлкәһенән эш биреүсе "Нильс-Альянс" компанияһы йәрәхәт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай. Генераль директор 22 мең һум аҡса күсерә һәм юғала. Хәҙер Евгений Марченко ла ғәҙеллеккә өлгәшеү өсөн прокуратураға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.

Мәғлүмәт: vk.com/igazeta

Фото: mgazeta.com

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: