Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
14 Август 2023, 19:00

Ҡашҡаҙан күлендә өс кеше саҡ ҡалған...

Июль айында ғына 933 кеше батып үлгән.

Ҡашҡаҙан күлендә өс кеше саҡ ҡалған...
Ҡашҡаҙан күлендә өс кеше саҡ ҡалған...

Был ялдарҙа Өфөләге Ҡашҡаҙан күлендә өс кеше саҡ батып үлмәгән...

Баҡтиһәң, улар күмәкләп катамаранға ултырып йөҙөп йөрөгән, эргәләренә эттәрен дә ултыртып алғандар. Әммә бер мәлдә, йөҙөү сараһы әйләнеп китеп, барыһы ла һыуға түңкәрелгән. Ярай әле Граждандарҙы һаҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ярҙамға ашыға. Юғиһә хәл фажиғәле тамамланыуы ихтимал ине. Һуңынан асыҡланыуынса, кәмәләгеләр, эттән башҡа, өсәүһе лә иҫерек булған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренән шул билдәле: бөтә ил буйынса июль айында ғына 933 кеше батып үлгән. Ҡот осҡос һандар бит. Йылға-күлдәр янында ял иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, алкоголле эсемлектәр ҡулланғас, һыуға инергә ҡәтғи тыйыла, тип ҡат-ҡат иҫкәртәләр ведомствола.

Фото: pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: