Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
14 Сентябрь 2023, 15:10

Өфөлә "Тихая гавань" яна...

Бәлә ремонт эштәре ваҡытында сыҡҡан.

Өфөлә "Тихая гавань" яна...
Өфөлә "Тихая гавань" яна...

Өфөләге Иван Якутов паркында урынлашҡан ҙур ресторандарҙың береһе «Тихая гавань» яна. Алдан күҙаллауҙар буйынса,бәлә ҡыйыҡты ремонтлаған саҡта сыҡҡан – унда иретеп йәбештереү эштәре барған.

Әле унда янғын һүндереүселәр эшләй. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ, тип билдәләйҙәр. Алдан күҙаллауҙарынса, бинаны ҡотҡарып булмаясаҡ. Йәл, Һалдат күле яры буйында күркәм ресторан, Өфө халҡының яратҡан ял урыны ине...

Фото видеонан скриншот.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: