Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
28 Сентябрь 2023, 21:00

Төнгө клубҡа индермәгән өсөн...

Бөгөн төнөн “Ирәмәл” сауҙа үҙәгендә ике ир бензин һибеп һаҡсыларға ут төртә...

Төнгө клубҡа индермәгән өсөн...
Төнгө клубҡа индермәгән өсөн...

Был Урта Азия вәкилдәре икеһе лә иҫерек була, бәлки, шуғалыр ҙа охранниктар уларҙы “Meet Point” төнгө клубына индермәй. Был хәлгә асыуҙары килгән егеттәр яҡындағы яғыулыҡ станцияһына барып бензин алып килә һәм сауҙа үҙәгенең иҙәненә, һаҡсыларына һибә лә ут төртә. Бәхеткә, ҡаза күреүселәр хәүефһеҙ урынға ҡасып өлгөрә һәм янғынды үҙҙәре һүндерә, ашығыс ярҙам хеҙмәте саҡыра.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡасҡындарҙы ҡулға ала, уларҙың 28 һәм 30 йәшлек сит ил граждандары булыуы асыҡлана. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр был граждандарҙың Рәсәй биләмәһендә булыуға рөхсәт биргән һәм миграция ҡануниәтен үтәү өсөн яуаплы вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеген тикшерә.

Был ваҡиға буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Әйткәндәй, бер нисә көн элек кенә Баҡсалы урамындағы Сауҙа базаһында шулай уҡ мигранттар балаклавала пистолеттар, балталар менән үҙ-ара һуғыш ойошторған ине. Тикшереү һөҙөмтәһендә, урындағы һатыусылар менән мөнәсәбәттәр асыҡларға теләүҙәре асыҡланған.

 Фото: Runews24.ru

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: