31 йәшлек ир дуҫы менән интернетта интим хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында иғлан эҙләп ҡарай һәм күрһәтелгән телефон номерҙары буйынса “Жрица любви” хеҙмәтенә шылтырата.
Икенсе көндә был иргә үҙҙәре шылтыраталар. Уға системала уның арҡаһында өҙөклөк килеп сығыуы һәм интим хеҙмәттәр күрһәтеү компанияһы күп аҡса юғалтыуы тураһында хәбәр итәләр.
Шылтыратыусылар уның ҡатынын “бурысын түләргә” алып китәсәктәрен әйтә, шулай уҡ физик көс ҡулланып язалау менән янай. Улар ирҙең адресын белә, хатта ғаиләһенең фотоларын да тапҡан була.
Йәш кеше шылтыратыусыларға 300 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, әммә улар ҡурҡытыуҙы һәм аҡса талап итеүҙе дауам итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшкәндән һуң ғына зыян күреүсе мутлашыусылар менән эш итеүен аңлай. “Мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор фотоһы.