Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
12 Апрель , 16:00

“Үлгән” водителде терелткәндәр

Тик ул был донъяларҙа булмаһа ла, һалымдар һәм штрафтар килеүҙән туҡтамаған...

“Үлгән” водителде терелткәндәр
“Үлгән” водителде терелткәндәр

Беҙ һеҙгә күптән түгел ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “үлгән” водителде туҡтатыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Хәл былай була. Водителдең документтарын тикшергәндән һуң, Александр Николаевтың күптән был донъяларҙа юҡлығы тураһында хәбәр иткәндәр. Документтар буйынса ул 2021 йылда вафат булған. Баҡтиһәң, Читала уның аҙашы йәшәгән булған. Ә урындағы ЗАГС хеҙмәткәрҙәре документта хаталар ебәреп, ике Александрҙы ла “ерләгән”. Ошо сәбәпле Өфөлә йәшәүсе руль артында йөрөй алмаған, эш урынын алмаштырырға ла хоҡуғы булмаған. Тик шулай ҙа уға штрафтар һәм һалымдар килеүен дауам иткән.

Александрға үҙенең хоҡуҡтарын тергеҙер өсөн, судҡа һәм адвокатҡа мөрәжәғәт итергә тура килгән. Ниһайәт, кисә ҡаланың Калинин районы суды хатаны төҙәткән: Өфөлә йәшәүсе Александр Николаев хәҙер тере тип һанала.

 

Фото: UTV

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: