Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
22 Май , 10:00

Бер кемгә лә кәрәкмәгәнме?

Әсәһе бер нисә көн алда сығып китә, ә атаһы минең балаларым юҡ тип баш тарта

Бер кемгә лә кәрәкмәгәнме?
Бер кемгә лә кәрәкмәгәнме?

Кисәнән алда, 20 майҙа, Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса 6-сы полиция бүлегенең дежур бүлегенә Энтузиастар урамындағы торлаҡ йорттоң подъездарының береһендә бәләкәй ҡыҙҙың табылыуы тураһында хәбәр килгән.

Билдәле булыуынса ир бәләкәй баланы "Биосфера" торлаҡ комплексында яңғыҙ ҡалдырған — күршеһе күреп ҡалғансы, ҡыҙ подъезда йөрөгән. Шаһиттар әйтеүенсә, ҡатын баланы (уға яҡынса 2-3 йәш) ата-әсәһен табыу өсөн консьержға алып бара, әммә ул был баланың кем икәнен белмәй. Шул саҡта йәшәүселәр үҙҙәре эҙләй башлай. Улар фаразланған атаһының номерын таба, әммә ул үҙенең балалары булыуын инҡар итә. Икенсе шылтыратыуҙан һуң ир килергә ризалаша, әммә һүҙендә тормай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, баланың әсәһе бер нисә көн элек күңел асырға киткән. Телефоны һүндерелгән, ә "Биосфера"лағы фатирын ҡуртымға бирә. Өс сәғәт ярымдан һуң баланы олатай-өләсәһе килеп ала.

Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм сыға. Был факт буйынса тикшереү барышында ике йәшлек баланы 34 йәшлек ир ҡалдырыуы асыҡлана, ул, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сабыйҙың атаһы булып тора.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлай. Әсәһенә ҡарата РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35 статьяһы буйынса административ протокол төҙөлгән.

"Баланы подъезда ҡалдырған ирҙең урыны ла билдәләнгән. Ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлау өсөн бөтә кәрәкле саралар үткәреләсәк. Йыйылған материалдар ҡарар ҡабул итеү өсөн тәфтиш органдарына тапшырыласаҡ", – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: телеграм-канал «Короче, Уфа»

Бер кемгә лә кәрәкмәгәнме?
Бер кемгә лә кәрәкмәгәнме?
Бер кемгә лә кәрәкмәгәнме?
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: