Әсә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһен ике йәшлек улына һуғыуҙа ғәйепләй.
Өфөнөң Аврора урамында урынлашҡан балалар баҡсаһында кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итерлек инцидент булған. Хоҡуҡ һаҡсылары мәғлүмәттәренә ярашлы, ике йәшлек балаға һуғыу ихтималлығы осрағы буйынса тикшереү бара.
Зыян күргән баланың әсәһе тәүҙә няньканың икенсе бер баланы тупаҫ рәүештә этеп ебәреүе һәм уға тауышын күтәреп өндәшеүенә шаһит була. Аҙаҡ үҙ балаһының тәнендә күгәргән урындарын, башы сыйылғанын күрә. Медицина тикшереүе балаға йәрәхәт һалыныуын иҫбатлай. Баланың әсәһе быға тик тәрбиәсе ғәйепле тип бара.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте шундай аңлатма биргән:
“Ғариза Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының 3-сө полиция бүлегендә теркәлгән. Факт буйынса суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән һәм үткәрелгән. Ғариза буйынса тикшереү дауам итә”.
Фото: “Mash Batash” телеграм каналынан.