Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр араһында ниндәй генә бәхәстәр, аңлашылмаусанлыҡтар сыҡмай. Ҡалала йәшәгән һәр беребеҙ был проблемалар аша үткәнбеҙ. Айырыуса хәҙерге яңы төҙөлгән йорттарҙың стеналары сөскөргәнеңде лә-бышҡырғаныңды ла, күршең тураһында шыбырлап ҡына нимә әйткәнеңде лә тигәндәй, барыһын да ишеттереп тора.
Ә бына Октябрьскийҙа йәшәүсе ике ҡатын араһындағы низағты хоҡуҡ һаҡлау органдары ғына хәл итә ала, сөнки эш һуғышыуға тиклем барып еткән.
Елена тыныслыҡ һәм тәртип яратыусы, әммә бер туҡтауһыҙ аҡырған көслө музыка тауышынан арып бөтә. Ә күршеләренең тыныслығын, йәшәү рәүешен иҫәпкә лә алмаған өҫкө күршеләр иһә “Король һәм Шут” панк төркөмөнөң ялҡынлы фанаттары булып сыға. Шуға ла көнө-төнө бөтә көсөнә “Урмансы” һәм “Сихырсы ҡурсағы” тураһында йырҙар аҡыртып ҡуялар. Аҫтағы күршенең тыныслыҡ өсөн ҡолаҡҡа тығылған берушиҙары ла ярҙам итмәй башлағас ул, стеналар, түбә таҡтаһы гөрһөлдәп торған музыканы аҡыртыусыларға барып, әҙерәк тауышын кәметеүҙәрен һорарға була. Ләкин, күршеләре уның теләген үтәмәй, ә киреһенсә йоҙроҡ менән ташланып, сәсен йолҡоп, туҡмап ҡайтара.
Легендар КиШтың тоғро фанаты, күрше ҡатын уға беренсе булып ташланды тигән була ла ул, әммә был осраҡта кем хаҡлы, кем ғәйепле, Еленаның яҙылған ғаризаһы буйынса полиция асыҡлар.
Күршеләрең “Король һәм Шуттың” фанаттары булһа ла ҡыйын икән. Ә күп ҡатлы йортта йәшәй башлағас күшеләрегеҙ менән һеҙҙең арала ниндәй проблемалар йә ҡыҙыҡтар булды, дуҫтар?
Фото һәм видео: “Mash batash” телеграм-каналынан.