Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
25 Ғинуар 2025, 16:20

Ер убылыу сәбәбен асыҡлайҙар

Автомобилистарға был урынды урап үтеү варианттарын эҙләргә кәңәш ителде.

Ер убылыу сәбәбен асыҡлайҙар
Ер убылыу сәбәбен асыҡлайҙар

Ер убылыу сәбәбен асыҡлайҙар

Баш ҡаланың Киров урамындағы 1-се йорт эргәһендә ер убылыу эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре бара, тип хәбәр итте Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов. Эштәр ваҡытында Мостай Кәрим урамынан Карл Маркс урамына табан юл участкаһы ябылды.

”Ер убылған ерҙә автотранспорт хәрәкәтенә һәм яҡын-тирәлә кешеләр булыуына юл ҡуймау өсөн был урын кәртәләп алынды. ”Уфаводоканал" ер убылыу сәбәбен  асыҡлай”,– тип яҙа Олег Котов. Автомобилистарға был урынды урап үтеү варианттарын планлаштырырға кәңәш ителде.

Фото: t.me/olegkotovufa/9373

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас