Радий Хәбиров шартлауҙан зыян күреүселәр янына килде
9 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте етештереү майҙанында булған технологик инцидент һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр янында булды. Уларҙы 1-се ҡала клиник дауаханаһына урынлаштырғандар.
Ваҡиға урынында оператив хеҙмәттәр эшләй, штаб булдырылған. Авария-төҙөкләндереү эштәре башланған да инде.
Төбәк етәксеһе пациенттар һәм дауахананың медицина персоналы менән һөйләште, зыян күреүселәргә республика кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер, тине.
- «БСК» производство майҙансыҡтарының береһендә сеймал биреү торбаһы шартланы. Шулай тура килгән - тап ошо ҡоролманы ремонтҡа әҙерләгәндәр, һәм унда бик күп кеше булған, – тип хәлгә аңлатма бирҙе Радий Хәбиров. - 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр хәлдәгеләр бар. Барыһы тураһында ла ҡарар ҡабул иттек. Зыян күреүселәрҙең бер өлөшөн Өфөгә – Республика тән яныуы үҙәгенә һәм башҡа учреждениеларға алып китәләр. Бурысыбыҙ - һәр кемдең ғүмерен һаҡлап ҡалыу. Барыһы ла яҡшы булыр, һәм улар тиҙ генә һауығыр, тип өмөтләнәм. Кәрәк булғанда уларҙы Мәскәүгә санавиация менән ебәрергә әҙербеҙ. Беҙгә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры шылтыратты. Дөйөм алғанда, хәҙер бөтә кәрәкле саралар күрелә. Республиканың бөтә медицинаһы зыян күреүселәргә ярҙам итергә әҙер.