Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
13 Сентябрь 2025, 23:00

Зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрация кимәле артмаған

Ваҡиға урынында мобиль лаборатория эшләй, хәл белгестәр контроле аҫтында.

Зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрация кимәле артмаған
Зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрация кимәле артмаған

"Башинформ" агентлығына ваҡиға урынынан хәбәр итеүҙәренсә, урында мобиль лаборатория эшләй. Белгестәр һауала зарарлы матдәләрҙең артыуы күҙәтелмәй тип асыҡлаған. Башҡортостандың Экология министрлығы белгестәре Ведомствоның аналитика хеҙмәте менән берлектә күсмә экология лабораторияһын файҙаланып, баш ҡалала һауа сифатына мониторинг үткәрҙе.
– Һауа өлгөләрен алыу көкөртлө водород, көкөрт диоксиды, углерод оксиды, азот оксиды һәм азот диоксиды кеүек бысратыусы матдәләр миҡдарына башҡарыла. 1-се һайлап алыу нөктәһе Өфөлә Ульяновтар урамындағы 74-се йортта урынлашҡан. Өлгөләр 20:00 сәғәттә алына. Параллель рәүештә ҡаланың башҡа райондарында урынлашҡан автоматлаштырылған контроль станцияларында һауа сифатына тәүлек әйләнәһенә мониторинг алып барыла. Үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса атмосфера һауаһында бысратыусы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһы артыуы асыҡланмаған, – тине Экология министры Нияз Фазылов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Радий Хәбиров Өфөлә самолет тибындағы бер нисә БПЛА һөжүме тураһында хәбәр иткәйне. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары, предприятие етәкселеге һәм республиканың Экология министрлығы вәкилдәре эшләй, тип билдәләне башҡортостан башлығы.
Фотолар: "Башинформ"дан.

Зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрация кимәле артмаған
Зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрация кимәле артмаған
Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас