“Өфөводоканал” тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән өсөн иғәнәләр түләү буйынса “Росприроднадзор” менән бәхәстә еңелде.
Башҡортостандың Арбитраж суды дәғүәсенең “Өфөводоканал”дан 75,1 миллион һум түләтергә тигән ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе. “Росприродназор”ҙың был дәғүәһе 2018 йылдан алып килә.
Ведомство яҙыуынса, коммуналь ойошманың был бурысы 2016 йылда барлыҡҡа килгән. Ә “Өфөводоканал”, 2010 – 2012 йылдарҙа баш ҡаланың канализация системаһын яңыртыуға, йәғни тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметеүгә 2,2 миллиард һум тотондоҡ тип, был дәғүәне кире ҡағып килгән. Арбитраж суд бының менән килешә, ләкин Урал федераль округының Арбитраж суды 2019 йылда уны юҡҡа сығара.
Кассация инстанцияһы шуны раҫлай: Рәсәй Хөкүмәтенең 2016 йылдағы 255-се ҡарарына ярашлы, “Өфөводоканал” күрһәткән был саралар тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүҙе кәметеү эшен алмаштыра алмай.
Фото: “Росприроднадзор”.