Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
11 Март , 11:30

“Оҙаҡ йоҡлайһығыҙ!”

Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, ул 06:30 сәғәттә коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһенә шылтыратып, уны йоҡоһонан уятырға мәжбүр була

“Оҙаҡ йоҡлайһығыҙ!”
“Оҙаҡ йоҡлайһығыҙ!”

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡаланы таҙартыу буйынса ҡала хеҙмәттәре начальниктарының эшенән ҡәнәғәт түгел. 

Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, ул 06:30 сәғәттә үк коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһенә шылтыратып уны йоҡоһонан уятырға мәжбүр була.

“Оҙаҡ йоҡлайһығыҙ! Насар эшләйһегеҙ. Алдан планлаштырырға һәм алдан эшләргә кәрәк. Ҡаланың махсус автохужалыҡ директорына шелтә! Бындай төндәрҙә ҡарҙың  10 сантиметр ҡалынлыҡҡа саҡлы яуыуын көтөп тормағыҙ. Һеҙ баскетбол, волейбол уйнайһығыҙ - яуаплылыҡты бер-берегеҙгә йөкмәтәһегеҙ. Беҙ командамы, әллә кем? 8 Мартта байрамы һеҙҙең өсөн һаман бөтмәнеме әллә? Барыһы ла тамамланды. Кешеләр күптән эшләй", - тип асыуланды ҡала башлығы мэриялағы оператив кәңәшмәлә. Ул, ҡул аҫтындағылар тәртип урынлаштырмайынса тороп, уларҙың идаралыҡтарының бөтә рәсми кәңәшмәләре туҡтатыла, тип тә өҫтәне.

"Костюмдарығыҙҙы, галстуктарығыҙҙы сисегеҙ, уңайлы аяҡ кейемен кейегеҙ һәм эшкә тотоноғоҙ”, – тип талап итте Ратмир Мәүлиев. 

Автор фотоһы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас