Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
15 Март , 19:16

Ҡар баҫыуҙан йорттоң ҡыйығы емерелде

Ә бит ул Өфө үҙәгендәге тарихи бина...

Ҡар баҫыуҙан йорттоң ҡыйығы емерелде
Ҡар баҫыуҙан йорттоң ҡыйығы емерелде

Өфөлә Гоголь урамындағы сауҙагәр Шапин йортоноң ҡыйығы емерелеп төштө. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр иттеләр.

 Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, ике фатирлы йорттоң ҡыйығы өлөшләтә йыйылған ҡар арҡаһында емерелеп төшкән. Емереклек майҙаны 25 квадрат метр тәшкил итә.

Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Тикшереүҙе Башҡортостан прокуратураһы ла үткәрә-урынға Өфөнөң Киров районы прокуроры Денис Семенов сыҡты.

Күҙәтеү ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Әммә емерелеүҙән һуң фатир зыян күрә, уның хужабикәһен ҡаланың граждандарҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгенә урынлаштырғандар. Билдәле банкир һәм икмәк сауҙа предприятиеһы хужаһы Шапиндың цоколь ҡатлы таш йорто 1880 йылда төҙөлгән. 1915 йылда усадьбаны Фролова һатып ала. 1926 йылдан бина “Башмаслосоюз”ға ҡарай. 1930 йылда бында НКВД-ның санитар хеҙмәте урынлаша, һуңыраҡ йортҡа кирбес торлаҡ корпус өҫтәлә. 1957 йылда ул торалҡ йорт итеп үҙгәртелә һәм унда  кешеләр йәшәй башлай.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас