Инцидент
11 Июня , 10:40

Бәхетһеҙ осраҡ ғүмерен өҙә...

Хәл бөгөн Салауат ҡалаһында булған. Хәбәр итеүҙәренсә, олатай менән тыуған йортона ялға ҡайтҡан ейәне балыҡҡамы, һунарғамы барырға йыйына. 

Бәхетһеҙ осраҡ ғүмерен өҙә...Бәхетһеҙ осраҡ ғүмерен өҙә...
Бәхетһеҙ осраҡ ғүмерен өҙә...

Хоккейсы Егор Ядыкин бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында һәләк була. Норильск ҡалаһындағы хоккей командаһында уйнаған егет тыуған ҡалаһы Салауатҡа отпускыға ҡайтҡан була. Олатаһы менән урманға йыйынған 21 йәшлек егет мылтыҡты өйрәнмәксе булғанда яңылыш ҡоралдың тәтеһенә баҫа һәм үлемесле яра ала.

Ейәне янында олатаһының да кәүҙәһе табыла. Тәфтиш комитеты тикшереү эшен башлаған.

Егор Ядыкин 2005 йылдың 4 февралендә тыуа. Бала саҡта "Юрматы" хоккей командаһында уйнай, ә 13 йәшенән Мәскәү өлкәһенең "Витязь" клубы системаһына күсә. 15 йәшендә Омскиҙың "Авангард"ына китә. 2021 - 2025 йылдарҙа ошо клубтың йәштәр командаһы уйынсыһы була. Былтыр Норильск ҡалаһының Юғары хоккей лигаһы клубы менән килешеү төҙөй. Һуңғы миҙгелде унда үткәрә.

Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Фото: vk.com/hcnorilsk_official

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас