Хәүефһеҙлек
18 Августа 2019, 11:01

"Нефаз" бәрелеп... ғүмер ҡыйыла

Тәфтишселәр әле был ваҡиға буйынса тикшереү эше алып бара.

Фото: ru.publika.mdФото: ru.publika.md
Фото: ru.publika.md
Башҡортостандың "Нефаз" заводында етештерелгән автобус 17 августа Пермдә ҡаланың Яңы Гайвин урамында урынлашҡан йорттоң бетон ҡоймаһына бәрелә.


Һөҙөмтәлә бер ҡатын һәләк була, тағы ла 32 кеше төрлө тән йәрәхәте ала. Тәфтишселәр, муниципаль маршрутта халыҡты хеҙмәтләндергән транспорттың төҙөк булмауын асыҡлап, әле был ваҡиға буйынса тикшереү эше алып бара.


Автобуста 55 кеше булған, водитель дә ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Салондағы йәнә туғыҙ балаға ла медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Читайте нас