Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Сентябрь 2019, 16:00

192 кешенең ғүмере өҙөлгән

Ниңә был тиклем кешенең ғүмере өҙөлгән? Ниңә балалар һәләк булған? Фажиғәләргә нимә сәбәпсе?

newssome.ru
newssome.ru
Ниңә был тиклем кешенең ғүмере өҙөлгән? Ниңә балалар һәләк булған? Фажиғәләргә нимә сәбәпсе?


Йыл башынан 192 кешенең ғүмере өҙөлөүенә кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы, мейестәр менән дөрөҫ файҙаланмауы сәбәпсе. Оло йәштәгеләр һәм насар ғәҙәттәре булғандар бигерәк тә хәүеф аҫтында икән.


Ҡайһы бер граждандарҙы янғын тураһында иҫкәрткән ҡорамалдар менән тәьмин итеү кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Шулай итеп, быйыл 1 мең 184 кешенең ғүмере ҡотҡарылған. Был, былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда, 78,88 процентҡа аҙыраҡ. Әйткәндәй, 2016 йылдан республика халҡы 90 меңдән ашыу ошондай ҡорамал менән тәьмин ителгән.


Бөгөн иртән Өфө ҡалаһының Индустриаль шоссе урамындағы аҙыҡ-түлек келәтендә сыҡҡан янғын һүндерелгән. 100 квадрат метрҙан ашыу ҡыйыҡты “ҡыҙыл әтәс” ялмаған. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар теркәлмәгән.


Ут йәшәү сығанағы булһа ла, уның менән һаҡһыҙ ҡыланһаң, төрлө фажиғәләргә сәбәпсегә әйләнеүе ихтимал. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.
Читайте нас