Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Сентябрь 2019, 18:31

Өлфәт Мостафин шаурма һатҡан киоскыларҙы яптырыу яғында

Өфөнөң Б. Бикбай урамында урынлашҡан шаурма һатҡан киосктың ризығын алып, ун биш кешенең зыян күреүен хәбәр иткәйнек инде. Ә бит хәл, ысынлап та, көсөргәнешле булып китте: биш кеше, шул иҫәптән дүрт баланың хәле ауыр, ә һигеҙ кешенең хәле уртаса, ти табиптар.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Өфөнөң Б. Бикбай урамында урынлашҡан шаурма һатҡан киосктың ризығын алып, ун биш кешенең зыян күреүен хәбәр иткәйнек инде. Ә бит хәл, ысынлап та, көсөргәнешле булып китте: биш кеше, шул иҫәптән дүрт баланың хәле ауыр, ә һигеҙ кешенең хәле уртаса, ти табиптар. Был осраҡ буйынса енәйәт эше асылып, киоск ябылған.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин шаурма һатҡан урындарҙы яптырыу яғында, сөнки санитария нормаларын боҙоп эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән был киосктар хаҡындағы насар хәбәр тәүгеләрҙән түгел, тип яҙа ул Инстаграмдағы сәхифәһендә. “Роспотербнадзор” ҙа шаурма һатҡан йүнселдәрҙең эшмәкәреген тикшерә.
Өлфәт Мостафиндың фекерен хуплаусылар бихисап, сөнки, ысынлап та, бындай киосктар Өфөлә генә түгел, республика буйынса ла бик күбәйҙе. Шул уҡ ваҡытта уларҙы ябып ҡына мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ, тиеүселәр ҙә бар. Халыҡ үҙе битараф булмаһа, хоҡуҡтарын яҡлай белһә, бындай хәлгә тарымаҫ инек, тип яҙғандар ҙа бар комментарийҙарҙа.
Читайте нас