Хәүефһеҙлек
16 Сентября 2019, 14:15

Тәненең 50 проценты бешкән, тиҙәр...

Өфө ҡалаһынан слесарь Дмитрий Якинды баш инженер күп ҡатлы йорттарҙың береһенең подвалына эҫе һыу ағыуын туҡтатыр өсөн ебәрә. Ул аҫҡа төшә, әммә һыуҙың аҡҡан урынына барып етмәйәсәген аңлай, сөнки ҡайнар боҫ подвалды бөтөнләй ҡаплап өлгөргән була. Шуға ла бер нимә лә күрмәгән ир ҡурҡыныс янаған урындан кире сығырға уйлай.

bash.newsbash.news
bash.news

Тик, үкенескә ҡаршы, яңылыш розеткаға эләгеп, токтан һуғыла... һәм иҙәндәге һыуға йығыла. Ул әсе итеп ҡысҡырып ебәрә, уның ҡот осҡос тауышына бергә эшләгән иптәштәре йүгереп килеп, тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта...
Республика бешеү үҙәгенең реанимация палатаһынан ирҙе ошо көндәрҙә ябай палатаға күсергәндәр. Табиптар уның ҡасан нормаль тормош менән йәшәй башлаясағын әйтә алмай, сөнки уның тәненең 50 проценты бешкән, етмәһә, күпме ваҡыт подвалда 140 градус ҡайнарлыҡтағы һыуҙа ятҡаны ла билдәһеҙ.
Әле был ваҡиға буйынса тикшереү башланған, уның сәбәптәре асыҡлана. "Бәлә аяҡ аҫтында" тип бушҡа әйтмәйҙәр икән.
Читайте нас