Бәләкәй саҡта күрше инәйҙең берәй хәүеф тураһында иҫкәрткеһе килгәндә «ғәйбәт өсөн түгел, ғибрәт өсөн һөйләйем», тип һүҙ башлауы иҫтә ҡалған. Бына әле йорттарға йылылыҡ килгәндә фатирҙа йәшәүселәргә ниндәй ҡурҡыныс янау ихтималлығын, бәлки, һеҙ ҙә ишеткәнһегеҙҙер?
Воронежда күп ҡатлы йорттарҙың береһендә батареялар буйлап электр тогы ебәрелеүе шаҡ ҡатырғыс ваҡиға булды. Мәғлүмәтте ҡала мэрияһында ла раҫлағандар.
Йортта йәшәгән 112 кеше батареялар буйлап ток үтеүенә ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Авария хеҙмәте подъездағы утты һүндереп, халыҡты эвакуациялаған. Хәүефһеҙлек маҡсатында газ да һүндерелгән.
Был инцидент бер йәки бер нисә фатир хужаһының электр энергияһын иҫәпләү приборы күрһәткестәрен кәметеү маҡсатында мутлыҡ ҡылыуы сәбәпле мөмкин, тип иҫәпләй тикшереүселәр.Был саҡта разряд күрше тораҡтарға китеүе ихтимал, тигән фараз бар. Әле белгестәр йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәренә токты тоташтырған сығанаҡты эҙләү менән мәшғүл.