Хәүефһеҙлек
30 Сентября 2019, 12:15

Бер төпсөктән мең бәлә

Был ғәҙәттән тыш ваҡиғала йорт хужаһы зарар күрә. "Ашығыс ярҙам" уны ҡаланың 21-се дауаханаһына илтә. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, янғындың сәбәбе - тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығыҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы
Баш ҡаланың Дыуан бульварындағы күп ҡатлы йортта янғын сығыуы күптәрҙең планын тамырынан үҙгәртте. Бишенсе ҡаттағы өс бүлмәле фатирҙан көслө төтөн борҡоуын күреп, хәүефле зонанан утыҙ кешене эвакуациялайҙар.
Был ғәҙәттән тыш ваҡиғала йорт хужаһы зарар күрә. "Ашығыс ярҙам" уны ҡаланың 21-се дауаханаһына илтә. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, янғындың сәбәбе - тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ.
Фатир хужаһы ятҡан урынында сигаретын һүндермәгән килеш йоҡлап китә. Ут йорт йыһаздарына тоҡана. Янғын һүндереүселәр ярҙамы менән был юлы фажиғәгә юл ҡуйылманы.
Читайте нас