Хәүефһеҙлек
15 Октября 2019, 12:38

Самолетҡа – пистолет менән...

Баҡһаң, ирҙең әйберҙәрен тикшергән саҡта, уның ҡырыныу приборын ҡарағандар, ә эргәһендә ятҡан травматик пистолетты шәйләмәгәндәр. Был мәлдә хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара гәп һатҡан.

static.riafan.rustatic.riafan.ru
static.riafan.ru
Ошо көндәрҙә "Аэрофлот" авиакомпанияһының Мәскәүҙәге Шереметьево аэропортынан Бургасҡа осҡан самолетының Дондағы Ростов ҡалаһында мәжбүри туҡтауы, быға самолет салонына пистолет алып ингән пассажирҙың сәбәпсе булыуы хаҡында күп матбуғат саралары яҙҙы.
Аэропортта булған кешеләр белә: унда пассажирҙарҙы ҡабат-ҡабат тикшереп индерәләр. Әгәр ҡорал һынлы ҡорал үтә икән, был – ғәҙәттән тыш хәл, кешеләрҙең ғүмеренә хәүеф менән янаған ғәмәл.
Баҡһаң, ирҙең әйберҙәрен тикшергән саҡта, уның ҡырыныу приборын ҡарағандар, ә эргәһендә ятҡан травматик пистолетты шәйләмәгәндәр. Был мәлдә хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара гәп һатҡан. Әлеге ваҡытта был эш менән транспорт прокуратураһы шөғөлләнә.
Ул арала шул да мәғлүм булды: Шереметьевола пистолетлы пассажирҙы үткәргән смена хеҙмәткәрҙәренең барыһын да эштән бушатҡандар, хатта был мәлдә төшкө аш ашағандарын да. Әйткәндәй, ошо смена хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттә, В терминалында эшләгән, ә был көндө, хеҙмәткәрҙәр етмәү сәбәпле, уларҙы D терминалына ебәргән булғандар.
Читайте нас