Хәүефһеҙлек
24 Октября 2019, 09:36

Был бәхеһеҙлектә үҙе ғәйепле

Өфө предприятиеларының береһендә эшсенең ҡул суҡтары өҙөлгән. 20 йәшлек егет зәғифләнеп ҡалған.

BFM.ruBFM.ru
BFM.ru
Өфө предприятиеларының береһендә эшсенең ҡул суҡтары өҙөлгән. 20 йәшлек егет зәғифләнеп ҡалған.
Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү компанияһында эшләгән егеттең сменаһы бик насар тамамлана. Был бәхетһеҙ хәл 23 октябрҙә иртән теркәлгән. Эшсе егет картондарҙы турағысҡа тейәп торғанда, аңғармаҫтан ҡулы станокка ҡыҫыла һәм бармаҡтарын өҙҙөрә.
Егетте тиҙ генә дауаханаға оҙатып, усын бәйләп ҡуялар. Әле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Был хәл үҙемдең һаҡһыҙлығым арҡаһында килеп сыҡты, тип һөйләгән егет, фажиғәнең шаһиттар алдында булыуы ла шуны тәҡрарлай.
Бәлә-ҡаза һәр ерҙә һағалап ҡына тора, беҙҙең иғтибарлылыҡты, уяулыҡты һынай. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, ниндәй эшкә тотонғанда ла иғтибарлы булырға, эште үҙегеҙгә генә түгел, яҡындағыларға ла зыян килмәҫлек итеп ойошторорға кәрәк.
Читайте нас