Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Ноябрь 2019, 13:15

Янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән

Кисә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Ферин урамындағы йорттарҙың береһендә киске сәғәт 10-дар тирәһендә янғын сыға.

Кисә Өфөнөң Инорс биҫтәһенең Ферин урамындағы йорттарҙың береһендә киске сәғәт 10-дар тирәһендә янғын сыға. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеүгә ҡарамаҫтан, дүрт ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында бер фатир тулыһынса ут эсендә ҡала. Яҡын-тирәләге фатирҙарҙан һигеҙ кеше эвакуациялана, уларҙың һаулығына бер нимә лә янамай.

"Ҡыҙыл әтәс" ялҡынын бер нисә минут эсендә тулыһынса һүндерәләр. Әммә... диспетчер хеҙмәтенә бик һуңлап шылтыратҡандар, шул сәбәпле янғында ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән, бер ир иһә дауаханаға оҙатылған, табиптар зыян күреүсегә тейешле медицина ярҙамы күрһәтә.

Янғын сәбәптәре асыҡлана, ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөм, янғын-һынау лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.
Ҡыйын хәл, һуңғы ваҡытта янғындар бик йыш күҙәтелә, һаҡ булайыҡ, айырыуса, көндәр һалҡын торғанда йылылыҡ приборҙарын һаҡсыл ҡулланайыҡ. Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар...
Читайте нас