Быйыл яҙ "Өфө" аэропортында Utair авиакомпанияһы рейсына 65 йәшлек билетһыҙ пассажир үтеп инә. Етмәһә, ул Республика психоневрология диспансерынан ҡасҡан пациент булып сыға.
Ҡатын тәүҙә үҙ аллы аэропортҡа барып етә. Шәхси тикшереү зонаһын экипаж ағзалары менән бергә, ә аҙаҡҡы кәртәне башҡа пассажирҙар араһына буталып үтә. Ҡыҫҡаһы, билеты булмаған көйө ике тапҡыр контроль үтеп, Мәскәүгә оса торған самолет бортына күтәрелә. Салонда бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгән ҡатынға стюардесса иғтибар итә һәм был турала тәртип һаҡлау органдарына еткерә.
Бындай хәлдәрҙе ишетеп, сәс үрә тора. Самолетҡа теләгән бер кеше үтеп инә алыуы ихтимал тигән һүҙ бит был...
"Госавианадзор" ҡарарына ярашлы, Өфө аэропорты хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәгән өсөн 50 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк. Әммә аэропорт, ҡарар менән килешмәй, штрафты биш меңгә тиклем кәметтерергә уйлай.