Мәләүез районындағы мал һуйыу цехында аяныслы хәл булды. 35 йәшлек эшсе сусҡа түшкәләрен эшкәрткәндә үҙен-үҙе йәрәхәтләгән. Был хаҡта дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итә.
Ир элмәктәрҙә эленеп торған түшкәләрҙе эшкәрткәндә, ҡулынан бысағы ысҡынып китеп, күкрәк ситлегенең уң яғына барып ҡаҙала һәм үпкәһен сәнсә. Хеҙмәткәрҙе Мәләүез үҙәк дауаханаһына илтәләр.
Тикшереүҙән күренеүенсә, эшсе үҙ бурыстарын атҡарғанда һаҡланыу сараһынан файҙаланмаған, тимер алъяпҡыс кеймәгән. “Хладобойня Строгонов” компанияһының етәкселәре административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, мотлаҡ штраф һалынасаҡ.