Хәүефһеҙлек
15 Ноября 2019, 18:05

Ике ҡыҙҙы тапатҡан

Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә...

Иглин районында "Шевроле Нива" автомобиле водителе ике үҫмерҙе бәрҙерә. Ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы Алаторка – Охлебинин юлының 5-се саҡрымында теркәлә.
Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәлә 13 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере ҡыйыла, икенсе бәлиғ булмаған үҫмер йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре тикшерелә. Хөрмәтле водителдәр, йәйәүлеләр! Әле юлдарҙа иң ҡурҡыныс ваҡыттарҙың береһе: ҡараңғы тиҙ төшә, батҡаҡ та, тайғаҡ та... Иғтибарлы булайыҡ!
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас