Хәүефһеҙлек
16 Ноября 2019, 09:25

Һынау үткәргән саҡта торба шартлап...

42 йәшлек хеҙмәткәр шул урында йән бирә.

Республиканың дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡтың “Красный пролетарий” предприятиеһында эш барышында 42 йәшлек хеҙмәткәр һәләк булған.
Фажиғә торба үткәргестең һығылмалы еңсәһенә гидравлик һынау үткәргән саҡта килеп сыға. Ошо эш ваҡытында торба шартлай һәм эргәлә торған мастерҙың башын йәрәхәтләй. Хеҙмәткәр фажиғә урынында йән бирә.
Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тикшереү бара. Республиканың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы иҫкәртә: һәр эш урынында тейешле шарттар булдырылырға, ҡағиҙәләр теүәл үтәлергә тейеш.
А. Ковалев фотоһы.
Читайте нас